8 декабрь, Кесе йома

19 март 2012 йыл, 11:08

Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетында Попечителлек советы эшләйәсәк

автор: Любовь Колоколова

Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетында Попечителлек советы эшләйәсәк. Бындай ҡарар шәмбе, 17 мартта, беренсе ултырышта ҡабул ителде. Унда 30-ҙан ашыу кеше – тарих факультеты студенттары һәм уны тамамлаусылар ҡатнашты. Ултырышты Башҡорт дәүләт университеты студенттары һәм аспиранттарының профсоюз ойошмаһы рәйесе Сергей Корлыханов алып барҙы.

Осрашыуҙа БашДУ-ның тарих факультетындағы Попечителлек советы тураһында положение раҫланды, уның эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре тикшерелде. Рәйес итеп Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының шәхси состав менән эшләү буйынса идаралығы начальнигы Сергей Емелин һайланды.

Башҡорт дәүләт университетынан хәбәр итеүҙәренсә, 2011 йылдың 6 ноябрендә «Юғары һәм юғары уҡыу йортон һуңғы һөнәри белем тураһында»ғы Федераль закондың 12-се статьяһына төҙәтмә индерелгәйне, уға ярашлы илдең барлыҡ вуздарында попечителлек советтарын булдырыу ҡарала. Әлеге закон сиктәрендә Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетында ла бындай Совет булдырыу мәсьәләһе өлгөрөп етте. Был мәсьәлә факултетта бер нисә ай дауамында тикшерелде, һөҙөмтәлә положение раҫланды.

Попечителлек советының киләһе ултырышы ағымдағы йылдың июненән дә ҡалмай ойоштороласаҡ. Артабан факультетты тамамлаусыларҙы һәм башҡа ҡыҙыҡһынған кешеләрҙе йәлеп итеп, совет составын ҙурайтыу планлаштырыла.

БашДУ өсөн айырым факультеттарҙың бындай башланғысы, әлбиттә, файҙалы, сөнки факультет советтары нигеҙендә артабан тотош университеттың Попечителлек советын булдырыу мөмкин.