9 декабрь, Йома

19 март 2012 йыл, 9:14

Башҡортостанда яҙғы сәсеүгә етерлек күләмдә орлоҡ әҙерләнгән

автор: Ғәлиә Нәбиева

— Яҙғы сәсеү өсөн республика буйынса дөйөм алғанда орлоҡ етерлек күләмдә әҙерләнгән — 296 мең тонна, — тине миҙгелле ауыл хужалығы эштәрен үткәреү буйынса штабтың күсмә ултырышында БР ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Николай Коваленко. — Ужымды ҡайтанан сәсергә тура килһә, страховка фондына етерлек күләмдә орлоҡ һалынған. Ул 35 мең тоннаны тәшкил итә.

Ауыл хужалығы министрлығының миҙгелле ауыл хужалығы эштәрен үткәреү буйынса күсмә штабының өсөнсө ултырышы кисә Ауырғазы районында үтте. Унда республиканың 12 районы аграрийҙары ҡатнашты.

Әлеге ваҡытта һаҡлауға һалынған иген һәм ҡуҙыҡлы иген культуралары орлоғоноң 97 проценты, күп йыллыҡ үләндәрҙең 60 проценты, көнбағыштың 51 проценты сәсеү стандартына еткерелгән.  

Николай Коваленко йәнә сорттарҙы яңыртыу мәсьәләһен күтәрҙе. Төбәктең элиталы орлоҡсолоҡ хужалыҡтарында 35 мең тоннанан ашыу юғары репродукциялы орлоҡ бар.

— Әлеге ваҡытта уларҙы һата башланылар, әммә был темптар беҙҙе ҡәнәғәтләндермәй, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Николай Коваленко. -  Бөгөнгө көндә кәрәк булғандың яртыһы ғына һатылған (52%).

БР Ауыл хужалығы министрлығы етәкселеге бер нисә районда орлоҡ менән нисек эшләүҙәрен тәнҡитләне. Мәҫәлән, Ғафури районында яҙғы сәсеүҙә файҙаланыласаҡ орлоҡтоң ни бары 70 проценты тикшерелгән. Кушнаренко (25%), Өфө райондарында (15%) кондицияға еткерелмәгән орлоҡ күп.

Штаб Көньяҡ урман-дала зонаһы райондарындағы сорт яңыртыу мәсьәләһен махсус контролгә алды. Район хакимиәттәрендәге ауыл хужалығы идаралыҡтары юғары репродукциялы орлоҡ сәсеүгә күсеү планын әҙерләргә һәм быйылғы сәсеү кампанияһында уҡ сорт яңыртыуға тотонорға тейеш.

— Бөтә орлоҡтар ҙа кондицияға еткерелгән һәм зарарһыҙландырылған булырға тейеш, — тигән бурыс ҡуйҙы Николай Коваленко. — Тәү сиратта, беҙ үҙебеҙҙә етештерелгән һөҙөмтәле препараттарҙы файҙаланасаҡбыҙ. Улар субсидияланасаҡ.