10 декабрь, Шәмбе

19 март 2012 йыл, 10:04

Республика делегацияһы бөтә Рәсәй туристик ойошмалар съезында ҡатнашты

автор: Любовь Колоколова

Башҡортостандың VII «Интурмаркет-2012» халыҡ-ара туристик күргәҙмәһендә тәҡдим ителгән экспозицияһы менән форумдың икенсе көнөндә Рәсәйҙең йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министры Виталий Мутко, министр урынбаҫары Надежда Назина, Туризм буйынса федераль агентлыҡ Александр Радьков һәм башҡа дәүләт власы органдары вәкилдәре ҡатнашты. Делегацияны Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Руслан Кинйәкәев ҡаршы алды.

«Интурмаркет-2012» күргәҙмәһе сиктәрендә беренсе бөтә Рәсәй йәмәғәт туристик ойошмалар съезы ойошторолдо, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына дәүләт комитетының матбуғат секретары Лилиә Ғабрахимова. Унда Туризм буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Александр Радьков, Рәсәй туроператорҙары ассоциацияһының башҡарма директоры Майя Ломидзе, шулай уҡ халыҡ-ара һәм Рәсәй йәмәғәт туристик ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.

Башҡортостан исеменән съезда төбәктең Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты, Башҡортостандың Туриндустрия союзы вәкилдәре, республиканың алдынғы туроператорҙары ҡатнашты.

Европала йәмәғәт ойошмаларының эш тәжрибәһе хаҡында Европа туристик ойошмалар ассоциацияһы етәксеһе Ник Гринфилд һөйләне. Рәсәй Туриндустрия союзы вице-президенты Сергей Корнеев коммерцияға ҡарамаған туристик ойошмаларҙың үҙ-ара килешеп эш итеү мөмкинлектәре һәм проблемалары, шулай уҡ туризм өлкәһендә дәүләт-шәхси партнерлыҡ тураһында һөйләне. Сергей Корнеев билдәләүенсә, Рәсәй Туриндустрия союзы төрлө дәүләт власы органдары менән хеҙмәттәшлек итә. Улар араһында: Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы, Федераль суд приставтары хеҙмәте, Федераль миграция хеҙмәте, Эске эштәр министрлығы, федераль мәҙәниәт учреждениелары һәм башҡалар. Туристарҙың ялын тейешле кимәлдә ойоштороу маҡсатында, шулай уҡ был өлкәлә проблемалар килеп тыумаһын өсөн, туристар өсөн уңайлы шарттар булдырыу зарур, тип билдәләне үҙенең сығышында Сергей Корнеев.