4 декабрь, Йәкшәмбе

17 март 2012 йыл, 15:05

Талбазыла 2012 йылғы сәсеүгә әҙерлек буйынса күсмә ултырыш үтә

автор: Ғәлиә Нәбиева

Миҙгелле ауыл хужалығы эштәрен үткәреү буйынса республика штабы 2012 йылғы сәсеү кампанияһын ойошҡан рәүештә үткәреү өсөн бөтә ресурстарҙы йәлеп итә. Әле республикала штабтың күсмә ултырыштары үтә, Ауыл хужалығы министрлығы белгестәре урындарҙа аграрийҙарҙың алдағы сәсеү эштәренә әҙерлеге буйынса проблемалы мәлдәрен хәл итә. Баҫыуға сығыуға ла бит айҙан аҙыраҡ ваҡыт ҡалып бара.

Яҡын арала ошондай кәңәшмә Бөрө районында үтте. Бөгөн күсмә штаб Талбазыла бер нисә райондың баҫыуға сығыуға әҙерлеген тикшерә, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә. Киләһе ултырыштар Миәкә районында, артабан Урал аръяғында үтәсәк. Яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек торошо һәм барышы – аграрийҙар алдында торған төп мәсьәләләрҙең береһе.  

Бөгөн төп бурыстар – орлоҡ һәм техниканың әҙерлеген тәьмин итеү, минераль ашламалар һатып алыу, яғыулыҡ һәм башҡа дәүләт ярҙамы саралары менән тәьмин итеү мәсьәләләрен хәл итеү.