9 декабрь, Йома

17 март 2012 йыл, 14:50

Өфө вольерында айыуҙың бер юлы дүрт балаһы тыуған

автор: Любовь Колоколова

Быйыл ҡыш Өфө вольерында ысын мәғәнәһендә беби-бум күҙәтелә: өс инә айыуҙың өңөндә бер юлы һигеҙ айыу балаһы тыуған! Бер айыуҙың бер сабыйы яҡты донъяға килгән, икенсеһе — өсәүҙе, ә иң түллеһе дүртәүҙе тапҡан.

— Бындай хәл тәбиғәттә һирәк була, — тип аңлатма бирҙе «Башинформ»  агентлығына республикалағы билдәле биолог-һунар белгесе Александр Едренкин. – Инә айыуҙың дүрт сабый килтереүе – беҙҙең өсөн бығаса булмаған хәл. Инәһе яңы тыуған балаларын ашатырға тейеш бит, ә тәбиғәттә уның бындай мөмкинлеге юҡ. Башлыса бер-ике бала ғына тыуа. Вольерҙа иһә хәл икенсе төрлөрәк, айыуҙар ҙа һимеҙ булып сыҡты. Шуға күрә яңы тыуған сабыйҙарҙың барыһы ла һау-сәләмәт.

Иң ҙур айыу балаһының рационында — һөт һәм һөтлө бутҡа. Уның ауырлығы әле 15 килограмға тиерлек еткән. Вольерҙың иң бәләкәй йән эйәләре айырым бинала, яслила, йәшәй.

Вольерҙы үҙ ҡарамағына алған ҡаланы төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү хужалығында аңлатыуҙарынса, тәрбиәләнеүселәрҙең теүәл йәшен әйтеүе ҡыйын. Инә айыуҙың балалары тыуыуы тураһында улар өңдән үҙенсәлекле тауыштар сыға башлағас ҡына белә.

Әйткәндәй, әле үк дүрт тайыштабандың – циркка, ҡалғандарының зоопаркка эләгәсәге билдәле.