9 декабрь, Йома

17 март 2012 йыл, 14:10

Эрнст Исаев Саҡмағош районы хужалыҡтарының сәсеүгә әҙерлеген тикшерҙе

автор: Ғәлиә Нәбиева

Саҡмағош районы хеҙмәтсәндәре бөгөн, 17 мартта, агросәнәғәт йылына йомғаҡ яһай һәм алдағы сәсеү кампанияһына әҙерлекте тикшерә. Аграрийҙарға БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Эрнст Исаев та үҙ баһаһын ҡуйҙы.  

Саҡмағош районы хеҙмәтсәндәре өсөн 2011 йыл уңышлы булған. Сәсеү майҙандарын 82,6 мең гектарға тиклем арттырғандар. Район минераль ашламалар индереү буйынса республикала беренсе урында килә. Сәсеүлектең бер гектарына тәьҫирле матдәлә 44,4 кг ашлама индерелгән. Бар эштәрҙең дә оптималь агротехник срогын күҙәтеү мул иген уңышы алырға мөмкинлек биргән. Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, районда 141 мең тонна ашлыҡ һуғып алынған. Был республикалағы икенсе һөҙөмтә. Уртаса уңыш гектарынан 32,3 центнер тәшкил иткән. Район был күрһәткес буйынса төбәктә  тағы алдынғы урында.

Ауыл эшсәндәренең Башҡортостандың аграр ведомствоһы башлығы менән осрашыуында быйыл көтөлгән уңыш та тикшерелде. Атап әйткәндә, 18 мең самаһы гектарҙа ужым культуралары сәселгән. Шытымдар торошо ҡәнәғәтләндерерлек. Әле аграрийҙар алдында мал ҡышлатыуҙы уңышлы тамамлау һәм яҙғы баҫыу эштәрен тулы әҙерлектә ҡаршылау бурысы тора.

Хужалыҡтарҙың сәсеүгә әҙерлеген аграр ведомство башлығы Саҡмағош районының «Байбулат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә һәм «Базы» ауыл хужалығы етештереү кооперативына барып баһалаясаҡ.