4 декабрь, Йәкшәмбе

17 март 2012 йыл, 13:39

Суд приставтары бурыстарығыҙ булыу-булмауын алдан белешергә кәңәш итә

автор: Любовь Колоколова

Федераль суд приставтары хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы сайтында быйыл башҡарма производстволар банкы эшләй башланы. Уның ярҙамында өйҙән сыҡмайынса – интернет аша бурыстарығыҙ тураһында белергә мөмкин.

Идаралыҡта үткән брифингыла, «Бурыстарың тураһында бел» акцияһы сиктәрендә, Башҡортостандың баш суд приставы урынбаҫары Ришат Зәйҙуллин был сервистың нисек эшләүе тураһында һөйләне.

— Отпускылар миҙгеле яҡынлаша, сик контролен үткәндә күңелһеҙ хәлдәргә тарымаҫ өсөн һәр граждан, Идаралыҡтың сайтына инеп, теге йәки был башҡарма производство буйынса бурысы булыуы-булмауы тураһында белешергә хоҡуҡлы, — тигән кәңәш бирә Ришат Зәйҙуллин.

Үҙеңдең «досьеңды» табыу өсөн Идаралыҡ сайтындағы «Башҡарма производство мәғлүмәттәре базаһы» һылтанмаһы аша үтеп, асылған биттә исем-шәрифеңде йыйырға кәрәк. Һорауҙы аныҡлау өсөн тыуған көнөгөҙҙө лә индерергә мөмкин. Ә юридик шәхестәрҙең бурысы тураһында мәғлүмәт алыу өсөн ойошманың тулы исемен һәм адресын йыйырға кәрәк, тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.

— Сервис тағы ла шуныһы менән уңайлы: сайттан бурысты ҡаплау өсөн әҙер квитанция сығарып алырға йәки шунда уҡ түләр өсөн  Qiwi түләү системаһының сайтына күсергә мөмкин, — тип аңлата Ришат Зәйҙуллин. Бынан тыш, уның әйтеүенсә, ниндәйҙер һорауҙары тыуған осраҡта граждан суд приставына шылтырата ала, уның телефоны шунда уҡ —  бурыс тураһындағы мәғлүмәт менән бергә күрһәтелгән.