4 декабрь, Йәкшәмбе

17 март 2012 йыл, 12:09

20 мартта миграция иҫәбе мәсьәләләре буйынса граждандар ҡабул ителәсәк

автор: Евгений Рәхимҡолов

20 мартта РФ Президентының Башҡортостан Республикаһындағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә сит ил граждандарын миграция иҫәбенә ҡуйыу һәм Рәсәйҙә ваҡытлыса йәшәүгә рөхсәт биреүсе документтар тултырыу мәсьәләләре буйынса граждандар ҡабул итеү ойошторола.

Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенә мөрәжәғәт итеүселәрҙе Рәсәй Федераль миграция хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының визалар, рөхсәт, саҡырыу ҡағыҙҙарын теркәү һәм сит ил граждандарын миграция иҫәбенә ҡуйыу бүлеге начальнигы урынбаҫары Гөлнара Сәләхова ҡабул итәсәк.

Башлана — сәғәт 10-да.

Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенең адресы: Өфө, Цюрупа урамы, 100 («Үҙәк баҙар» транспорт туҡталышы). Белешмәләр һәм алдан яҙылыу өсөн телефондар: 251-64-39, 251-77-91.