11 декабрь, Йәкшәмбе

17 март 2012 йыл, 11:33

Өфөлә эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар матурлыҡ һәм сәләмәтлекте һаҡлау темаһына һөйләшеү ҡорҙо

автор: Любовь Колоколова

Өфөлә БР Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар ассоциацияһы менән ойошторолған беренсе «Сәләмәт ҡатын-ҡыҙ — сәләмәт йәмғиәт» республика конференцияһы үтте.

Сығыш яһаусылар араһында традицион һәм традицион булмаған медицинаны яҡлаусылар, медицина фәндәре докторҙары һәм кандидаттары, психологтар, халыҡ табиптары, шәхси һәм дәүләт клиникаларының әйҙәүсе табиптары, ҡатын-ҡыҙҙар клубы һәм һауыҡтырыу учреждениелары етәкселәре бар ине.

Унда ҡатын-ҡыҙҙар сәләмәтлеген һаҡлау һәм профилактика мәсьәләләре тикшерелде, доклад менән сығыш яһаусылар эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙарға оҙағыраҡ йәш һәм матур булып ҡалыу серҙәрен, стресс һәм күңел төшөнкөлөгө менән нисек көрәшеү буйынса профессиональ кәңәштәрен һәм тәҡдимдәрен еткерҙе. Гинекология, фармакология, маммология, нейрохирургия һәм башҡа өлкәләрҙәге яңылыҡтар һәм һуңғы ҡаҙаныштар тәҡдим ителде.

Конференция аҙағында уның һөҙөмтәләре буйынса материалдар йыйынтығы сығарыу һәм яҡын арала тағы ла киңерәк аудитория менән ошондай икенсе осрашыу үткәрергә ҡарар ителде.

БР Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар ассоциацияһы рәйесе Алла Кузьминаның әйтеүенсә, матурлыҡ һәм сәләмәтлек темаһы — һәр ҡатын өсөн тулҡынландырғыс һәм көнүҙәк проблемаларҙың береһе. Ә сәләмәтлектән тыш матурлыҡ булмай!