Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98

EUR 62.04

1 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Республика аграрийҙары быйыл да дәүләттән ярҙам аласаҡ

Иҡтисад

Башҡортостан аграрийҙары кәметелгән хаҡтар менән ашлама аласаҡ. Кисә БР Ауыл хужалығы министрлығы һәм «Газпром нефтехим Салауат» асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән ҡул ҡуйылған хеҙмәттәшлек тураһындағы меморандумға ярашлы, минераль ашламаларға һатыу хаҡы Рәсәй ашлама етештереүселәр ассоциацияһы (РАПУ) хаҡтарынан артмаясаҡ, ә карбамидтың хаҡы был ассоциация менән билдәләнгән хаҡтан 15 процентҡа кәметеләсәк, тип хәбәр иттеләр аграр ведомствола.

Республиканың төпкөл зоналарындағы төбәк келәттәренә 54 мең тонна ашлама ебәреләсәк. Былтыр яғыулыҡ-майлау материалдарын, орлоҡ, үҫемлектәрҙе һаҡлау средстволарын, минераль ашламаларҙы арзанайтыу буйынса дәүләт ярҙамы саралары ауыл халҡын 65 мең тонна күләмендә азот ашламалары менән тәьмин итергә һәм 688 мең гектарҙа ужым һәм күп йыллыҡ үләндәрҙе өҫтәмә туҡландырырға мөмкинлек биргән. Һөҙөмтәлә был иген уңышына ыңғай тәьҫир иткән.

— Ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре быйыл да ярҙамһыҙ ҡалмаясаҡ —химизация средстволары һатып алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға ике кимәлдәге бюджеттан 427 млн һум күләмендә субсидиялар бүленәсәк, — тип билдәләне меморандумға ҡул ҡуйыу тантанаһында Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры — ауыл хужалығы министры Эрнст Исаев.

— Беҙ бойҙайға, арпаға, кукуруз, соя, шәкәр сөгөлдөрөнә, йәшелсә культураларына ашамалар индереүҙә ярҙам итәсәкбеҙ. Сығымдарҙы компенсациялау 33-60 процентты тәшкил итәсәк. Республикаһы ҡаҙнаһы иҫәбенә был исемлеккә ҡарабойҙай, рапс, картуф, ужым арышы, һоло өҫтәләсәк, — тине Эрнст Исаев.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть