11 декабрь, Йәкшәмбе

17 март 2012 йыл, 10:12

Башҡортостан делегацияһы «Интурмаркет-2012» халыҡ-ара күргәҙмәһендә ҡатнаша

автор: Любовь Колоколова

Бөгөн Мәскәүҙә күләмле «Интурмаркет-2012» халыҡ-ара туристик күргәҙмәһе асыла. Унда БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы ла ҡатнаша. Делегация составында республиканың Туриндустрия союзы вәкилдәре, Дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре, артистар бар.

Күргәҙмәлә ҡатнашыу республикаға Башҡортостандың туристик ҡеүәттәрен күрһәтергә, өҫтәмә туристар ағымын йәлеп итергә мөмкинлек бирәсәк. Бынан тыш, «Интурмаркет» — алыҫ һәм яҡын сит илдәрҙәге партнерҙар менән бәйләнештәр булдырыу өсөн бик яҡшы майҙансыҡ.

«Интурмаркет–2012»лә Башҡортостандың алдынғы туроператорҙары, ҡунаҡханалары, шифаханалары тәҡдим ителә. Улар араһында — Башҡортостан йылға пароходсылығы, «Абҙаҡ» тау саңғыһы үҙәге, «Башҡортостан» милли паркы, Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһы (УГАЭС), «Президент-отель», «Йоматау», «Ҡарағай» һәм башҡа шифаханалар.

Башҡортостан 2006 йылдан башлап был күргәҙмәлә даими ҡатнаша. Төбәк презентацияһында милли концерт номерҙары менән артистарҙың сығыш яһауы, башҡорт кухняһы брендтарын дегустациялау, республиканың күренекле һәм матур урындары тураһындағы видеоматериалдар менән таныштырыу планлаштырыла, тип хәбәр иттеләр БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетында.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек: «Интурмаркет»та йола буйынса илебеҙҙең һәм сит илдәрҙең алдынғы туроператорҙары,  туризм өлкәһендәге Рәсәй һәм халыҡ-ара эксперттары эшләйәсәк. Унда Төркиә, Греция, Болгария, Венгрия, Польша, Норвегия, Мысыр, Марокко, Тунис, Кипр, Корея, Италия, Чехия, Испания, Доминикан Республикаһы, Куба, Ҡытай, АҠШ, Таиланд, Малайзия, Финляндия, Камбоджа, Фәләстан, Үзбәкстан, Монголия һәм башҡа илдәр ҡатнаша.

VII «Интурмаркет-2012» халыҡ-ара туристик күргәҙмәһендә ҡатнашыусыларҙы бай эстәлекле эш программаһы көтә: семинарҙар, конференциялар, презентациялар, хөкүмәт-ара осрашыуҙар һәм туризм өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү тураһындағы килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу тантаналары үткәреләсәк.

Күргәҙмә сиктәрендә Бөтә донъя туристик ойошмаһы менән Туризм буйынса федераль агентлыҡтың берлектәге уҡыу семинары көтөлә. Рәсәйҙә социаль туризмдың популяр булыуы сәбәпле, РФ Спорт һәм туризм министрлығы, РФ Туризм буйынса федераль агентлығы, РФ Федерация Советы, Бөтә Рәсәй инвалидтар берләшмәһе ярҙамында ойошторолған был темаға арналған халыҡ-ара конференция ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.

Әйтергә кәрәк, йыл һайын үткәрелеүсе «Интурмаркет» халыҡ-ара туристик күргәҙмәһе һәм уның эш программаһы күп осраҡта Рәсәй туристик баҙарының артанбан ҡайһы йүнәлештә үҫешерен билдәләй, Рәсәй төбәктәренең бай туристик потенциалын һәм уның менән үҙебеҙҙең һәм  сит ил туриндустрия вәкилдәренең ҡыҙыҡһыныуын күрһәтә.

Күргәҙмә дүрт көн дауамында – 20 мартҡа тиклем эшләйәсәк.