4 декабрь, Йәкшәмбе

17 март 2012 йыл, 9:12

Риф Тойғонов БР Яҙыусылар союзы рәйесе итеп һайланды

автор: Любовь Колоколова

Өфөлә Башҡортостан Республикаһы яҙыусыларының сираттан тыш съезы тамамланды. Унда Яҙыусылар союзы ағзалары – 150-ләгән делегат ҡатнашты.

Бөгөнгө көндә төбәктең 230 кешене берләштергән яҙыусылар ойошмаһы үҙенең яңы башлығын һайланы.

«Башинформ» агентлығының бығаса хәбәр итеүенсә, тауыш биреү бюллетененә ике дәғүәсенең – драматург Рәлиф Кинйәбаев менән шағир Риф Тойғоновтың исемдәре индерелгәйне. Тауыш биреүҙең беренсе турынан һуң Риф Тойғонов алдынғылыҡҡа сыҡты. Икенсе тур йомғаҡтары буйынса ул иң күп тауыш йыйып, БР Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе итеп һайланды.

Белешмә өсөн. Риф Ғәлим улы Тойғонов 1946 йылдың 24 октябрендә Башҡортостанға сиктәш Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районының Аҡсура ауылында тыуған. Мәскәүҙә А.М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтының Юғары әҙәбиәт курстарын тамамлай (1987–1989 йылдарҙа). «Совет Башҡортостаны» гәзитендә, «Ағиҙел» журналында, Башҡортостан телевидениеһы һәм радиоһы редакцияларында журналист булып эшләй. М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры директорының репертуар буйынса урынбаҫары, әҙәби бүлек мөдире була. Бихисап шиғри йыйынтыҡтар авторы. Оҙаҡ ваҡыт БР Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары була.

Риф Тойғонов — Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Сергей Чекмарев һәм Фәтих Кәрим исемендәге премиялар лауреаты.