Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.09 ↑

EUR 61.69 ↓

21 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда иң яҡшы эшсе ҡатын-ҡыҙ ауыл мәктәбендә инглиз теленән уҡыта

Йәмғиәт

Башҡортостанда предприятиелар һәм ойошмаларҙың эшсе йәштәре араһында үткәрелгән «Эшсе ҡатын-ҡыҙ-2012» һөнәри оҫталыҡ конкурсында Асҡын ауылы 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы Лариса Динисламова Гран-при яуланы.

«Иң һөйкөмлө» номинацияһында Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылының «Масим» йәштәр-үҫмерҙәр клубының социаль педагогы Регина Юлбирҙина еңеп сыҡты. «Каустик» асыҡ акционерҙар йәмғиәте аппаратсыһы Ольга Башкатова иң оригиналь тип танылды. Нефтекаманан «Башҡортостан энергия һатыу компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте агенты Луиза Минильшина жюри ағзаларын моңло тауышы менән арбаны, уға «Артистарса оҫта» номинацияһы бирелде. Өфөнән «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһы белгесе Екатерина Ключникова «Тамашасылар һөйөүе» призына лайыҡ булды. FilterNews эшлекле мәғлүмәт порталы үҙ номинацияһын булдырҙы — «Эшлекле мисс». Уға «Салауатнефтемаш» асыҡ акционерҙар йәмғиәте бухгалтеры Алина Тимерғәлиева лайыҡ булды.

Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Руслан Ғизәтуллин фекеренсә, әлеге конкурс йәштәр араһында эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын пропагандалауҙа һөҙөмтәле сара булып тора.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть