8 декабрь, Кесе йома

16 март 2012 йыл, 16:50

Дмитрий Медведев Нефтекама автозаводында эшләнгән мобиль ҡабул итеү бүлмәһен ҡараны

автор: "Башинформ"

Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев 15 мартта Һамар өлкәһенә эш сәфәре барышында үҙәктән алыҫ урынлашҡан ауылдарҙа Президенттың мобиль ҡабул итеү бүлмәһе эшмәкәрлеге сиктәрендә граждандарҙың мөрәжәғәттәрен һәм ялыуҙарын ҡабул итеү өсөн мобиль комплексты ҡараны.

Мобиль комплекс НЕФАЗ-30-32 ҡала автобусы нигеҙендә булдырылған, ул өс өлөштән тора: технология бүлеге, пассажирҙар бүлмәһе һәм граждандарҙы ҡабул итеү өсөн бүлек. Комплекс телефон, компьютер һәм видеоконференция режимында эшләү мөмкинлеген биргән аппаратура менән йыһазландырылған.

Бынан тыш, автобус физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе ҡабул итеү өсөн ҡорамалдар менән дә йыһазландырылған, тип хәбәр иттеләр «НЕФАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенән.