5 декабрь, Дүшәмбе

16 март 2012 йыл, 16:22

Ирек Ниғмәтуллин Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының почетлы билдәһенә лайыҡ булды

автор: Евгений Рәхимҡолов

Элекке Өфө ҡала Советы башлығы, әле ҡала Советы рәйесе урынбаҫарҙарының береһе Ирек Ниғмәтуллин Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының «Башҡортостан республикаһы ҡануниәтен үҫтереүгә өлөш индергән өсөн» почетлы билдәһенә лайыҡ булды. Награданы яңы ҡала Советының беренсе ултырышында БР Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев тапшырҙы.

— Ирек Ниғмәтуллиндың ҡала Советы етәксеһе вазифаһында башҡарған эшмәкәрлеге менән бик ҡәнәғәтбеҙ, — тине ул.

Республика парламенты спикеры БР Дәүләт Йыйылышы менән Өфө ҡала Советы араһында конструктив бәйләнештәр булдырылыуын да билдәләне.

Ирек Ниғмәтуллин шулай уҡ Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың рәхмәт хатына ла лайыҡ булды. Рәхмәт хаты уға урындағы үҙидаралыҡты үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне, ҡаланың ижтимағи-сәйәси тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны өсөн тапшырылды.

— Икенсе саҡырылыш ҡала Советында эшләү дәүерендә Ирек Ниғмәтуллин күп эштәр башҡарҙы, — тине Владимир Балабанов. — Һәм әле лә, тик икенсерәк сифатта, ул үҙ эшен дауам итәсәк.