8 декабрь, Кесе йома

16 март 2012 йыл, 15:32

Владимир Балабанов: «Өфө депутаттарына вәғәҙә иткән эштәрен тормошҡа ашырырға ваҡыт»

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөнөң яңы депутаттарына һайлау алдынан вәғәҙә иткән эштәрен тормошҡа ашырырға ваҡыт. Был хаҡта, яңы ҡала Советының беренсе ултырышында сығыш яһап, Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе Владимир Балабанов әйтте. Һайлау алды кампанияһы барышында кеүек үк, депутаттарҙың һайлаусылар менән осрашыуҙарҙы даими рәүештә үткәреп торасағына ышанысын белдерҙе ул.

Ғөмүмән, Владимир Балабанов фекеренсә, был кампания айырыуса шау-шыулы булды.

— Аллаға шөкөр, барыһы ла тамамланды, — тине ул. – Һәм һайланған Совет өфөлөләрҙең, һайлаусыларҙың ышаныстарын сағылдыра, тип уйлайым. Был юлы Өфө ҡала Советында Рәсәй Федерацияһының барлыҡ парламенттары вәкилдәре бар. Улар әүҙем эшләр, тип ышанам.

Владимир Балабанов ҡала Советының фекер алышыу урыны булыуын билдәләне.

— Өсөнсө саҡырылыштың әүҙемерәк эшләйәсәгенә ышанам, — тине ул. — Өфөлә башҡарыласаҡ эштәр, хәл ителәсәк мәсьәләләр бихисап. Халыҡ төрлө йүнәлештәр – юлдар, балалар баҡсалары, коммуналь өлкә буйынса ҡәнәғәтһеҙлек белдерә. Яңы саҡырылыш депутаттарының был мәсьәләләрҙе хәл итеүгә әүҙем тотоноуын теләйем.