5 декабрь, Дүшәмбе

16 март 2012 йыл, 13:51

Башҡортостан – Рәсәйҙең ун иң яҡшы инновацион төбәге иҫәбендә

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостан Рәсәйҙең ун иң яҡшы инновацион төбәге исемлегендә һигеҙенсе баҫҡысты биләй. Бындай рейтинг «Петербург сәйәсәте» фонды, Рәсәй халыҡ хужалығы академияһы, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм «РБК-Daily» гәзите менән төҙөлгән.

«Петербург сәйәсәте» фонды сайтында хәбәр ителеүенсә, рейтинг 2012 йылдың ғинуар-февраль айҙары өсөн инновацион өлкәлә мөһим булған ваҡиғаларға күҙәтеү яһау һөҙөмтәһендә төҙөлгән.

Шулай уҡ был исемлектә түбәндәге төбәктәр бар: Красноярск крайы, Томск һәм Новосибирск өлкәләре, Татарстан, Калуга һәм Түбәнге Новгород өлкәләре, Мәскәү, Ульяновск һәм Һамар өлкәләре.

Эксперттар фекеренсә, Башҡортостанға был рейтингҡа эләгергә киләһе ваҡиғалар ярҙам иткән. Төбәктә инвесторҙар өсөн һалым буйынса ташламалар булдырыла башланы. Наноиндустрияны үҫтереү буйынса республика комплекслы маҡсатлы программаһын әҙерләү хаҡында иғлан ителде. Башҡортостанда инвестицион заявкалар ҡабул итеү онлайн-пункты асылды, республикала уңайлы инвестицион мөхит булдырыу йүнәлешендә башҡарма власть органдары эшмәкәрлеге стандарттарын булдырыу буйынса һынау үткәреү өсөн Башҡортостан Рәсәйҙең пилот төбәктәренең береһе булды.

Бынан тыш, 2012 йылдың ҡышындағы мөһим ваҡиғалар араһынан эксперттар Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың интернет-берләшмә вәкилдәре менән осрашыуын, шулай уҡ Өфөлә Рәсәйҙә бығаса булмаған энергетика яғынан һөҙөмтәле квартал булдырыласағын да билдәләй.