Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

24 февраль, Йома

Уфа   °

Республиканың төрки телле киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре Өфөлә семинар үткәрә

Йәмғиәт

Бөгөн Башҡортостанда төрки телле киң мәғлүмәт сараларын үҫтереү мөмкинлектәре тикшереләсәк. Алтынсы тапҡыр үткәрелгән семинар-кәңәшмәгә бөтә республиканан 30-ға яҡын гәзит һәм журнал вәкилдәре – редакторҙар, яуаплы секретарҙар, хәбәрселәр, тәржемәселәр йыйылды. Уҡытыу программаһын Башҡортостандың Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы белгестәре әҙерләгән.

— Редакция хеҙмәткәрҙәренең һөнәри оҫталыҡ кимәлен арттырыу бындай семинарҙарҙың төп маҡсаты булып толра, — тип билдәләне Башҡортостандың Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы белгесе Зөһрә Заманова «Башинформ» агентлығы хәбәрсеһе менән аралашыу барышында.

Әлеге йыйылышта ул Башҡортостандың татар телле киң мәғлүмәт саралары лексикаһының функциональ аспекттары тураһында доклад тәҡдим итәсәк. Министрлыҡ хеҙмәткәрҙәренән тыш, журналистар алдында фәнни берләшмә вәкилдәре, республиканың татар телендә сыҡҡан алдынғы киң мәғлүмәт саралары мөхәррирҙәре сығыш яһаясаҡ.

Башҡортостандың Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн дәүләт киң мәғлүмәт сараларының төп өлөшө Башҡортостанда алты телдә сыға. Һан буйынса татар телле баҫмалар, башҡорт һәм рус телендә сыҡҡан киң мәғлүмәт сараларынан ҡала, өсөнсө урында килә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть