10 декабрь, Шәмбе

16 март 2012 йыл, 11:44

Өфө ҡала Советы рәйесе итеп Евгений Семивеличенко һайланды

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфө ҡала Советы рәйесе итеп Евгений Александрович Семивеличенко һайланды. Бөгөн Советтың тәүге ултырышында депутаттар уны бер тауыштан һайланы. Семивеличенко кандидатураһын был вазифаға «Берҙәм Рәсәй» партияһы фракцияһы тәҡдим итте. Ҡала Советы рәйесенең ике урынбаҫары буласаҡ – Ирек Ниғмәтуллин һәм Александр Баутский.

Евгений Семивеличенко әлеге ваҡытта «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары вазифаһын биләй. Элегерәк ул Өфө ҡала Советы депутаты итеп һайланғаны булғайны.

Евгений Семивеличенко 1978 йылдың 16 ғинуарында тыуған. 1997 йылда – Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжын, 2000 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Һөнәре буйынса  юрист.