Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

19 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡорт дәүләт аграр университетында Нидерланд Короллеге делегацияһы булды

Йәмғиәт

Башҡорт дәүләт аграр университетында Нидерланд Короллегенең Stoas университеты уҡытыусылары һәм бизнесмендар составындағы делегацияһы булды, уға Нидерланд Короллегенең Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы вәкиле Рональд Келлер етәкселек итә. Был хаҡта вуздың матбуғат үҙәге хәбәр итте.

Сит ил партнерҙарының визиты сиктәрендә БДАУ етәкселеге менән осрашыу үткәрелде. Ике яҡ та агросәнәғәт комплексы өлкәһендә ғилми берләшмә, дәүләт власы органдары һәм бизнесмендарҙың үҙ-ара килешеп эш итеү актуаллеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Шулай уҡ Голландияның заманса ҡорамалдарын поставкалау, Нидерланд Короллеге һәм Рәсәй араһында студенттар менән алмашыуҙы үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде.

Университеттың Голландия менән хеҙмәттәшлек итеү тәжрибәһе бар. Шулай итеп, Stoas менән юғары уҡыу йорто 10 йылдан ашыу килешеп эш итә: БДАУ-ның 50-гә яҡын студенты унда бакалавр дәрәжәһен алған.

Фекер алышыуҙан һуң ҡунаҡтар өсөн вуз буйлап экскурсия ойошторолдо. PLUS FOR PROGRESS идаралығы ағзаһы Рене Кремерс үҙенең тәҫьораттары менән бүлеште: «Һеҙҙең университетта булыу һәм беҙҙең менән хеҙмәттәшлек итергә әҙер булыуығыҙҙы күреү беҙҙең өсөн оло шатлыҡ», — тине Рене Кремес.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть