10 декабрь, Шәмбе

15 март 2012 йыл, 16:53

Иртәгә яңы ҡала Советының беренсе ултырышы үткәрелә

автор: Евгений Рәхимҡолов

16 мартта яңы составтағы Өфө ҡалаһы ҡала округы Советының беренсе ултырышы үтәсәк. Унда Совет структураһы формалаштырыласаҡ һәм Советты кем етәкләйәсәге билдәле буласаҡ, тип көтөлә.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, яңы ҡала Советы составына 36 депутат инде. Шуларҙың 18-е партия исемлектәре буйынса һайланған: туғыҙы — «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһенән, дүртеһе – коммунистарҙан, өсәүһе — «Ғәҙел Рәсәй» партияһынан, икәү –  Рәсәйҙең Либераль-демократик партияһынан. Тағы 18 кеше бер мандатлы округтар буйынса һайланған. Уларҙың күбеһе берҙәм рәсәйлеләр менән тәҡдим ителгән.

Ултырыш сәғәт 10-да башлана.

темалар: ҡала советы