4 декабрь, Йәкшәмбе

15 март 2012 йыл, 16:28

Өфө ҡалаһының ветерандар советы 25 йыллығын билдәләйәсәк

автор: Людмила Терновая

Йома, 16 мартта, Ҡала мәҙәниәт һарайында Өфө ҡалаһының Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары советына 25 йыл тулыуға арналған байрам кисәһе үтәсәк. Сараға 700-гә яҡын ветеран саҡырылған. Баш ҡаланың ветерандар хәрәкәтенең 17 активисына Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәтенең Рәхмәт хаттары тапшырыласаҡ.

Байрам концертында ҡатнашыусылар өсөн ҡала округы Хакимиәте бүләктәр әҙерләнгән. Бынан тыш, комплекслы үҙәктәр хеҙмәткәрҙәре ветерандар хәрәкәтенең үҙ аллы атлай алмаған активистарына бүләктәрҙе өйҙәренә барып тапшырасаҡ.

Белешмә өсөн: Өфө ҡалаһының Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары советы 1987 йылдың 25 февралендә булдырылған. Бөгөн ул 297 ветерандар ойошмаһын үҙ эсенә ала.