7 декабрь, Шаршамбы

15 март 2012 йыл, 16:08

Башҡортостанда водителдәргә юлға сығыуҙан тыйылып торорға кәңәш итәләр

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Төбәктә көслө ҡар яуыуы арҡаһында БР Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты водителдәрҙе юлға сығыуҙан тыйылып торорға саҡыра.  

15 мартта юлдарҙың айырым участкаларында көрт һалыуы күҙәтелә, күреү мөмкинлеге 500 метрҙан ашмай, тип хәбәр ителә ведомствоның рәсми релизында.

Ҡарҙан таҙартыу эштәренә 450-гә яҡын юл техникаһы йәлеп ителгән.

Хәйер, синоптиктар күҙаллауынса, көслө яуым-төшөм республикала оҙаҡҡа бармаясаҡ. Иртәгә, 16 мартта уҡ, көн бер аҙ һыуытып, һирәк урында ғына ҡар яуасаҡ.