5 декабрь, Дүшәмбе

15 март 2012 йыл, 15:57

Эш һәм хеҙмәткәрҙәр эҙләү берҙәм электрон системаға индерелде

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостанда Төбәкте мәғлүмәтләштереү буйынса республика программаһы сиктәрендә яҡын арала граждандарға эш эҙләүгә, ә эш биреүселәргә үҙҙәренә кәрәкле хеҙмәткәрҙәр һайлауға булышлыҡ итәсәк хеҙмәт индереләсәк. Был хеҙмәт ведомство-ара электрон хеҙмәттәшлек системаһы нигеҙендә эшләйәсәк.

— Тәүҙә бындай эш Өфөнөң халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтендә үткәреләсәк, артабан республиканың ҡала һәм райондарындағы мәшғүллек үҙәктәре эстафетаны ҡабул итәсәк,— тине Халыҡты эш менән тәьмин итеү дәүләт хеҙмәте идаралығында үткән йомғаҡлау коллегияһында ведомство башлығы Николай Солодовников.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, 2012 йылдың 1 июленән илдәге бөтә төбәктәр етәкселеге, шул иҫәптән урындағы үҙидара органдары ла, халыҡ менән «берҙә тәҙрә» принцибы буйынса эшләй башларға тейеш. Яңы талаптарға ярашлы рәсәйлеләргә дәүләт хеҙмәттәренән файҙаланыу өсөн һәр төрлө бихисап документтар тапшырырға тура килмәйәсәк: дәүләт органдары ҡарамағында булған бөтә мәғлүмәттәрҙе йыйыу буйынса эштәрҙе хәҙер дәүләт үҙе башҡарасаҡ. Өҫтәүенә, теләһә ниндәй хеҙмәт дистанциялы — Интернет аша күрһәтелә ала.

Әлеге ваҡытта Башҡортостандағы барлыҡ 63 муниципалитет вәкиле лә ведомство-ара хеҙмәттәшлек итеү буйынса махсус уҡыу курсы үткән (бындай курс үтмәйенсә яңы форматта дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеүгә күсеп булмай).