9 декабрь, Йома

15 март 2012 йыл, 15:42

Республикала иң яҡшы эшсе ҡатын-ҡыҙ билдәләнәсәк

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостанда предприятие һәм ойошмаларҙың эшсе йәштәре араһында үткәрелгән «Эшсе ҡатын-ҡыҙ-2012» һөнәри оҫталыҡ конкурсы финалы 15 мартта Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында үтәсәк.

Финалда 10 иң көслө конкурсант осрашасаҡ. Улар араһында – Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылындағы йәштәр-үҫмерҙәр клубының социаль педагогы Регина Юлбирҙина, «Салаватнефтемаш» асыҡ акционерҙар йәмғиәте бухгалтеры Алина Тимерғәлиева, Асҡын ауылы 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы Лариса Динисламова, «Каустик» асыҡ акционерҙар йәмғиәте аппаратсыһы Ольга Башкатова, Өфөнән «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһы белгесе Екатерина Ключникова, «Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһе» федераль дәүләт унитар предприятиеһының 1 категориялы инженер-программисы Рита Абдуллина, Өфө районының «Юматово» шифаханаһы дәүләт унитар предприятиеһының художество етәксеһе Юлиә Хәйбуллина, Нуриман районы Яңы Субай ауылындағы мәҙәниәт йортоноң мәҙәни саралар ойоштороусыһы Ләйлә Мартымянова, Нефтекаманан «Башҡортостан энергия һатыу компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте агенты Луиза Минильшина, Сибай Балалар ижады үҙәгенең өҫтәмә белем биреү педагогы Гүзәл Кәримова.

Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, конкурста ҡатнашыусылар үҙ оҫталыҡтарын ике һынауҙа күрһәтәсәк: «Профессиональ ҡарашым» (сәләмләү, үҙең хаҡында һөйләү, үҙең эшләгән предприятиены, уның продукцияһын рекламалау) һәм «Оҫта сибәркәй» (музыкаль номер, йыр, бейеү).

Шулай уҡ сара сиктәрендә Башҡортостан ойошмаларының эшсе йәштәре араһында үткәрелгән «Яҡшыларҙың яҡшыһы» конкурсында еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы үтәсәк.

Башлана 18 сәғәттә.