Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

22 ғинуар, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостандан уйлап табыусылар бөтә Рәсәй инновацион проекттар конкурсы лауреаттары булды

Иҡтисад

Өфөнән йәш эҙләп табыусылар, энергетика һәм мәғлүмәти-телекоммуникацион технологиялар өлкәһендә ике проект авторҙары – Ринат Бекишев һәм Илгиз Йосопов йәштәрҙең юғары технологиялы инновацион проекттарына ярҙам итеү буйынса бөтә Рәсәй конкурсы лауреаттары булды.

Конкурс Рәсәй Фәндәр академияһы ярҙамында Милли инновациялар һәм мәғлүмәт технологияларын үҫтереү ассоциацияһы менән үткән йылдың октябрендә иғлан ителде.

Һөҙөмтәлә Өфөнөң «ТурбинаСпецСервис» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте предприятиеһы исеменән сығыш яһаған Ринат Бекишев һәм Башҡорт дәүләт университетынан Илгиз Йосопов илдең иң яҡшы уйлап табыусылары иҫәбенә инде, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.

Бәйгелә йәмғеһе 1592 инновацион проект тәҡдим ителде. Конкурстың һуңғы этабында жюри 30 иң яҡшы эште һайлап алды. Еңеүселәргә 1,5 миллион һумға тиклем гранттар тапшырылды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть