7 декабрь, Шаршамбы

15 март 2012 йыл, 14:32

2012 йылда республикала эшһеҙлектең кәмеүе көтөлә

автор: Галина Бахшиева

2012 йылға күҙаллауҙар буйынса Башҡортостанда эшһеҙлектең кәмеүе көтөлә. Шулай итеп, эшһеҙҙәр иҫәбе йыл аҙағына 30500 кешенән артмаҫҡа тейеш. Декабрҙә уның кимәле 1,4 процентҡа тиң буласаҡ.

— Был беҙҙең төп ориентирҙарыбыҙ. Улар һәр ҡала һәм район буйынса муниципаль берәмек хакимиәттәре менән килешеү нигеҙендә БР Халыҡты эш менән тәьмин итеү дәүләт хеҙмәте идаралығы менән раҫланған. Уларҙы үтәү өсөн саралар күрергә кәрәк. Күҙалланған күрһәткестәр арттырылған осраҡтарҙың барыһы ла нигеҙләнгән булырға һәм Идаралыҡҡа еткерелергә тейеш, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды йомғаҡлау коллегияһында ведомство башлығы Николай Солодовников.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, 2011 йылда теркәлгән эшһеҙлек кимәле Башҡортостанда 1,9 проценттан 1,4-кә тиклем кәмегән. Рәсми теркәлгән эшһеҙҙәр һаны 39643 кешенән 29783-гә ҡалған.

Ошо уҡ ваҡытта иң юғары эшһеҙлек кимәле республика буйынса 2012 йыл башында Ағиҙелдә билдәләнгән – 7 процент, минималь эшһеҙлек кимәле Миәкә районында күҙәтелә – 0,74 процент. Башҡортостандың 35 районы һәм ҡалаһында эшһеҙлек республика буйынса уртаса күрһәткестән артмай.

Рәсәй буйынса быйыл 1 ғинуарға ҡарата теркәлгән эшһеҙлек кимәле – 1,7 процентты, Волга буйы федераль округында 1,4 процентты тәшкил иткән.