11 декабрь, Йәкшәмбе

15 март 2012 йыл, 13:50

Республика элеваторҙарында Рәсәй интервенция фондының 95,2 мең тонна игене һаҡлана

автор: Ғәлиә Нәбиева

2008-2009 йылдарҙағы һатып алыу интервенциялары үткәргән осорҙа республика предприятиеларында 183,3 мең тонна иген һаҡлауға һалынған. 2010 йылдағы ҡоролоҡ ваҡытында был игендең бер өлөшөн дәүләт аграрийҙарға ярҙам итеү өсөн файҙаланды. Бөгөн республиканың 14 элеваторында дәүләт интервенция фондының 95,2 мең тонна игене ҡалған, тип хәбәр иттеләр аграр ведомствола.

Һуңғы дүрт йылда игенде һаҡлауға ҡуйған республика предприятиелары күрһәткән хеҙмәттәре өсөн 500 млн һум самаһы дәүләт аҡсаһы алған.

Игендең нисек һаҡланыуы, уның сифатына бәйле мәсьәләләр БР Ауыл хужалығы министрлығында үткән кәңәшмәлә тикшерелде. Унда «Берләштерелгән иген компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте вәкилдәре лә ҡатнашты.

Ултырышта дәүләт интервенция фонды игенен контролләү һәм бөтөн көйө һаҡланыуын тәьмин итеү мәсьәләләре, иген һаҡлаусы предприятиелар тарафынан ҡулланылырға тейешле регламентлаусы документтар ҡаралды.  

«Берләштерелгән иген компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте яғынан республика предприятиеларына дәүләт интервенция игененең нисек һаҡланыуына бәйле дәғүәләр юҡ, иген тейешле шарттарҙа һаҡлана, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Быйыл март айында Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте  РФ Ауыл хужалығы министрлығы менән берлектә дәүләт интервенция фонды игене баҙарында тауар интервенциялары үткәреү тураһында ҡарар ҡабул итергә тейеш.

Белешмә өсөн. «Берләштерелгән иген компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте — иген баҙары инфраструктураһын үҫтереү, донъя баҙарында Рәсәй игененең экспорт мөмкинлектәрен ғәмәлгә ашырыу, эске иген баҙарындағы сауҙа-һатып алыу эшмәкәрлеген әүҙемләштереү маҡсатында Рәсәй Федерацияһы Президентының 2009 йылдың 20 мартындағы 290-сы Указына ярашлы ойошторолған Рәсәй дәүләт агросәнәғәт компанияһы.