5 декабрь, Дүшәмбе

15 март 2012 йыл, 12:42

«Өфө» аэропортынан Вьетнамға, Һиндостанға һәм Таиландҡа юлланыусы пассажирҙар артҡан

автор: Любовь Колоколова

Быйыл февраль айындағы төп производство күрһәткестәре уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда уртаса алғанда 10 процентҡа артҡан, дөйөм осош массаһы 4,5 процентҡа артып, 47412 тоннаны тәшкил иткән. Пассажирҙар ағымы ла 25 процентҡа күбәйгән. Быйыл февралдә йәмғеһе 118976 кеше хеҙмәтләндерелгән, 2011 йылға ҡарағанда был 24 меңгә күберәк. Был турала «Өфө» халыҡ-ара аэропорты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенән хәбәр иттеләр.

Өфөнән өр-яңы чартер йүнәлештәре асылыуы арҡаһында халыҡ-ара авиарейстарҙа киҫкен күтәрелеш (80 проценттан юғарыраҡ) күҙәтелгән. Камрань ҡалаһына (Вьетнам) рейстарҙы — «Ырымбур авиалиниялары» авиакомпанияһы, Пхукет менән Утапаоға (Таиланд) «Северный ветер» һәм «Трансаэро» авиакомпаниялары башҡара. Һиндостанға ла чартер рейстары күбәйгән.  

Регуляр рейстарҙа ла осоштар йышлығы арттырылған. Мәҫәлән, «Төркиә авиалиниялары» Истанбулға бер рейс өҫтәгән, хәҙер уларҙың иҫәбе аҙнаһына дүртәүгә еткән. Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә тура авиабәйләнеш —  регулярҙары ла, чартер рейстары ла республика халҡының ҙур һорауы менән файҙалана, улар ҙа аҙнаһына дүрт тапҡыр башҡарыла. Был илгә рейстарҙы «Флайдубай», «Урал авиалиниялары», «Трансаэро» һәм «Ырымбур авиалиниялары» авиакомпаниялары башҡара.

«Өфө» аэропортында әйтеүҙәренсә, традицион Мәскәү йүнәлештәре буйынса, Ханты-Манси автономиялы округы һәм БДБ ҡалаларына осоштар географияһы үҙгәрешһеҙ ҡалған.