9 декабрь, Йома

15 март 2012 йыл, 12:08

Сәйетбаба ауылында иң һәләтле әсәләр һәм ҡыҙҙар билдәләнде

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Ғафури районы Сәйетбаба ауылының мәҙәниәт йортонда «Әсәләр һәм ҡыҙҙар» конкурсы үтте. Сараны «Сәйетбаба» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге ойошторҙо, унда биш әсә һәм биш ҡыҙ ҡатнашты.

Ҡыҙҙар йырҙа, бейеүҙә, шиғыр һөйләүҙә, милли ризыҡтар әҙерләүҙә үҙ оҫталыҡтарын күрһәтте. Һөҙөмтәлә Рисәлә Фәхретдинова – иң яҡшы әсә, Нәркәс Байбулдина иң яҡшы ҡыҙ тип табылды. Ҡатын-ҡыҙҙарҙы Сәйетбаба ауылы советы, Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге, урындағы башҡорттар ҡоролтайы етәкселәре ҡотланы.

Мәҙәниәт йорто фойеһында ауылдың иң уңған һәм хөрмәтле ҡатындарының фотолары урынлаштырылған «Был донъяның бөтә бөйөклөгө — әсәлә» исемле стенд ойошторолдо.