9 декабрь, Йома

15 март 2012 йыл, 11:47

Ҡырмыҫҡалы районы мәктәптәре көрәш өсөн келәмдәр менән бүләкләнде

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Ҡырмыҫҡалы районының Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә балалар һәм йәштәр араһында милли көрәш буйынса асыҡ республика турниры үтте. Йәштәргә патриотик һәм рухи-әхлаҡи тәрбиә биреү, халыҡтың мәҙәни традицияларын һаҡлап ҡалыу, сәләмәт тормошто пропагандалау, турнирҙа ҡатнашыусыларҙың спорт оҫталыҡтарын үҫтереү, иң көслө батырҙарҙы асыҡлау бәйгенең төп маҡсаттары булып торҙо.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе, Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосопов исеменән ҡатнашыусыларҙы уның ярҙамсыһы, был йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы Гөлнур Ҡолһарина сәләмләне. Шулай уҡ спортсылар алдында Башҡортостандың Уҡыусыларға физик тәрбиә биреү һәм олимпия резервын әҙерләү буйынса идаралығы начальнигы Рәшит Кәримов, Өфө ҡалаһының Милли көрәш һәм бил көрәше федерацияһының башҡарыусы директоры Юнир Ильясов, был Федерация рәйесе урынбаҫары Роберт Исмәғилев сығыш яһаны.

Ярыштар барышында төрлө ауырлыҡ категорияларында иң яҡшы көрәшселәр билдәләнде. Бынан тыш, турнир сиктәрендә Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Муса һәм Бишауыл-Уңғар ауылы мәктәптәренә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты исеменән көрәш менән шөғөлләнеү өсөн келәмдәр алыуға сертификаттар тапшырылды. Өфө көрәшсеһе Артур Зөлҡәрнәев махсус бүләккә лайыҡ булды.