4 декабрь, Йәкшәмбе

15 март 2012 йыл, 11:41

Башҡортостанда күп ҡатлы торлаҡ төҙөлөшөн үҫтерергә кәрәк

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостанда күп ҡатлы торлаҡҡа ҡарағанда индивидуаль йорттар күберәк төҙөлә. Был торлаҡ менән халыҡты тулыһынса тәьмин итеүгә ҡамасаулай. Бөгөн республикала был проблеманы хәл итеү буйынса әллә күпме программа эшләп килә.

БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе ярҙамсыһы Рөстәм Туҡаевтың әйтеүенсә, әлеге ваҡытта перспективалы төҙөлөш райондарын инженерлыҡ инфраструктураһы менән тәьмин итеүҙе көйләү буйынса эштәр алып барыла. Өфө тирәләй аҙ ҡатлы юлдаш ҡалалар төҙөү проекттары ҡарала. Иглин һәм Урыҫ Юрмашы районында торлаҡ йорттар күтәреү күҙаллана.

— Уртаса алғанда йыл һайын республика буйынса бер кешегә иҫәптә 0,58 квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырыла, — тине Рөстәм Туҡаев. – Беҙҙең алда был күрһәткесте киләһе йылдарҙа бер квадрат метрға еткереү бурысы ҡуйылған.  Йәғни файҙаланыуға тапшырылған торлаҡ күләмен ике тапҡырға арттырырға кәрәк. Быға дәүләт-шәхси партнерлыҡты файҙаланып өлгәшергә мөмкин. Мәҫәлән, дәүләт ергә аҡса һаласаҡ, ә шәхси инвесторҙар – төҙөлөшкә һәм инфраструктураһына. Эконом класындағы торлаҡ төҙөлөшөнөң әүҙем булыуы ла ҙур әһәмиәткә эйә. Дәүләт ярҙамынан тыш граждандарҙың торлаҡ мәсьәләһен кардиналь хәл итеп булмауын барыбыҙ ҙа аңларға тейеш.  

темалар: торлаҡ,төҙөлөш