Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.85 ↓

EUR 61.20 ↑

22 февраль, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда адреслы социаль ярҙам мәсьәләләре буйынса эш төркөмө ойошторола

Иҡтисад

— Әлеге ваҡытта социаль ярҙам сараларының суммаһы ҙур түгел, — тине «Ижтимағи электрон гәзит» редакцияһында үткән онлайн-конференцияла Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов, гәзит уҡыусыларҙың инвалид бала ҡарау буйынса пособиеға өҫтәмәләрҙе арттырыу тураһындағы һорауына яуап биреп. — Республика территорияһында ғәмәлдә булған закон буйынса, инвалид балаһы һәм уны тәрбиәләгән эшләмәгән ғаилә ағзаһы булған ғаиләләргә пенсияға 500 һумдан ашыу күләмдәге өҫтәмә түләнергә тейеш. Республика Президенты социаль хеҙмәттәрҙән яҡланмаған халыҡ ҡатламына ярҙам сараларының адреслылығын арттырырға ҡушты. Әлеге ваҡытта эш төркөмө ойошторола, унда Дәүләт Йыйылышы, Хөкүмәт, Башҡортостан Президенты Хакимиәте вәкилдәре инәсәк, унда социаль тәьмин итеүгә бәйле закондар ҡайтанан ҡараласаҡ. Айырыуса мохтаждарҙы билдәләп, уларға адреслы ярҙамды арттырырға тырышасаҡбыҙ.

Инвалид балаларҙы дарыуҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһенә туҡталып, Премьер-министр урынбаҫары, беренсе кварталда граждандарҙың льготалы категориялары алдындағы бөтә йөкләмәләр ҙә үтәлде, ә инвалид балалар дарыуҙар менән киләсәктә лә өҙлөкһөҙ тәьмин ителәсәк, тип билдәләне.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть