10 декабрь, Шәмбе

15 март 2012 йыл, 10:02

Республиканың төньяҡ-көнсығыш райондары халҡы өсөн Микрофинанслау үҙәге асыла

автор: Любовь Колоколова

Йома, 16 мартта, Дыуан районының Мәсәғүт ауылында «БР Микрофинанслау үҙәге»нең өҫтәмә офисы асыласаҡ. Офис «Дыуан» ауыл хужалығы мәғлүмәт-коммуникация үҙәге бинаһының беренсе ҡатында урынлашҡан.

БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетында хәбәр итеүҙәренсә, «БР Микрофинанслау үҙәге» коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының директоры Илһам Закиров менән Дыуан районы хакимиәте башлығы Владимир Солиндың эш осрашыуы йомғаҡтары буйынса республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарын үҫтереү урта сроклы программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә бер ай элек Дыуан офисын асыу тураһында ҡарар ҡабул ителгән.

«БР Микрофинанслау үҙәге»нең Дыуан офисы бер нисә районды берләштереүсе үҙәк буласаҡ һәм Дыуан, Мәсетле, Балаҡатай, Ҡыйғы һәм Салауат муниципаль райондары эшҡыуарҙарын хеҙмәтләндерәсәк.

Офиста эшҡыуарҙарға бушлай консультациялар биреләсәк, йылына 10 процентлыҡ билдәләнгән ставка буйынса бер миллион һумға тиклем микрозаймдар алыуға документтар ҡабул ителәсәк һәм килешеүҙәр төҙөләсәк.