6 декабрь, Шишәмбе

15 март 2012 йыл, 9:07

Халыҡты эшкә урынлаштырыуға булышлыҡ итеү программаһын тормошҡа ашырыуға Башҡортостанда 1,789 млрд һум бүленәсәк

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостанда 2012 йылда халыҡты эш менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итеү буйынса ведомствоның айырым маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыуға 1 миллиард 789 миллион һум бүлеү ҡаралған. Шуларҙан 1 миллиард 294 миллион һумы социаль түләүҙәргә китәсәк, тип хәбәр итте кисә БР Халыҡты эш менән тәьмин итеү дәүләт хеҙмәте идаралығы коллегияһының йомғаҡлау ултырышында ведомство башлығы Николай Солодовников.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, Башҡортостанда халыҡты эш менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итеү өлкәһендәге вәкәләттәрҙе ғәмәлгә ашырыу өсөн 2011 йылда республика һәм федераль бюджеттарҙан 1 миллиард 958 миллион  һум аҡса күсерелгән. Шуларҙан 1 миллиард 409 миллион һумы эшһеҙҙәргә социаль ярҙам күрһәтеүгә бүленгән.