4 декабрь, Йәкшәмбе

14 март 2012 йыл, 18:23

Юғары иҡтисад мәктәбе профессорҙары БашДУ студенттарына лекция уҡыны

автор: Эльмира Сабирова

«Юғары иҡтисад мәктәбе» милли тикшеренеү институты профессорҙары, кафедра мөдире Инна Девятко һәм социология факультеты деканы Александр Чепуренко ошо көндәрҙә Башҡорт дәүләт университетында булды.

Университеттың матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, Юғары иҡтисад мәктәбе уҡытыусылары студенттарҙы магистрлыҡ программалары менән таныштырыу маҡсатында уҡыу йортона икенсе йыл рәттән килә.

Александр Чепуренко һүҙҙәренсә, Башҡортостан Республикаһынан Юғары иҡтисад мәктәбенә уҡырға инеү маҡсаты менән йәштәр йыш килә.

Визит сиктәрендә Мәскәү профессорҙары студенттарға киләһе темалар буйынса лекция уҡыны: «Иҡтисад фәнендә эшҡыуарлыҡ мәсьәләләре һәм Рәсәйҙә, шулай уҡ бөтә донъяла эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса ҡайһы бер мәғлүмәт», «Хәҙерге социаль теорияның көнүҙәк мәсьәләләре», «Эшҡыуарлыҡ социологияһы: төп проблемалар һәм тикшеренеүҙәр йүнәлештәре», «Социологияла яңы тикшеренеү алымдары (онлайн-тикшеренеү өлгөһөндә)».

темалар: мәғариф,вуздар