8 декабрь, Кесе йома

14 март 2012 йыл, 18:04

Башҡорт дәүләт педагогия университеты Екатеринбургтан хеҙмәттәштәре менән килешеү төҙөнө

автор: Эльмира Сабирова

М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты Урал дәүләт педагогия университеты менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. Документҡа БДПУ ректоры Раил Әсәҙуллин һәм Екатеринбургтан уның хеҙмәттәше Борис Игошев ҡул ҡуйҙы.

Берлектә белем биреү программаларын әҙерләү, студенттар һәм уҡытыусылар менән алмашыу хеҙмәттәшлек итеүҙең төп йүнәлештәре буласаҡ.

БДПУ-ның Ғалимдар советы ағзалары ҡатнашлығындағы сара сиктәрендә педагогия юғары уҡыу йорттарының һанын күпләп кәметеү проблемаһы ла тикшерелде.

Урал дәүләт педагогия университеты ректоры Борис Игошев билдәләүенсә, педагогия юғары уҡыу йорттарына ябылыу, йәки башҡа вуздың филиалы булып ҡалыу, йә булмаһа классик вуздар менән берләшеү хәүефе янай.

— Белеүемсә, республикала ике педагогия юғары уҡыу йорто (Стәрлетамаҡ һәм Бөрө педагогия академиялары) юҡ та тиерлек, — тине ул. – Һеҙҙең вуз – республикала педагогик белем биреү өлкәһенең берҙән-бер таянысы. Бөгөн беҙҙең төп бурыс – юғары уҡыу йорттарын һаҡлап ҡалыу, шуның өсөн Урал төбәгенең педагогия юғары уҡыу йорттарын берләштереү зарур. Уҡытыусылыҡ – ул күңел торошо, шәхси һыҙаттар күркәмлеге, шуға күрә беҙгә һәр уҡытыусы ҡәҙерле.