Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.52 ↓

EUR 62.09 ↑

24 март, Йома

Уфа   °

Өфөлә «ҡатын-ҡыҙҙар» вакансиялары йәрминкәһе үтәсәк

Иҡтисад

Кесе йома, 15 мартта, Өфөлә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн тағы бер вакансиялар йәрминкәһе үткәреләсәк.

«Башинформ» агентлығына Өфөләге Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенең предприятиелар менән бәйләнештәр бүлеге начальнигы Ирина Турчина хәбәр итеүенсә, алдағы «ҡатын-ҡыҙҙар» вакансиялары йәрминкәһендә күмәртәләп һәм берәмләп һатыу, дөйөм туҡланыу ойошмалары, шулай уҡ ҡунаҡханалар һәм ресторандар буш эш урындары тәҡдим итәсәк.

— Ҡаланың 30-ҙан ашыу предприятие һәм ойошмаһы йәрминкәлә ҡатнашырға теләк белдерҙе. Эш эҙләүселәргә дөйөм туҡланыу, страховкалау, сауҙа, шулай уҡ еңел һәм текстиль сәнәғәт өлкәләрендә буш эш урындары тәҡдим ителәсәк, — тине Ирина Турчина.

Йәрминкә Ибраһимов бульвары, 47/1 адресы буйынса Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә үтәсәк. Башлана – 10 сәғәттә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть