Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 69.99 ↑

17 август, Кесе йома

Уфа   °

Йылайыр районында көрәш буйынса иң көслө спортсылар билдәләнәсәк

Йәмғиәт

16 мартта «Сәләмәт тормош өсөн» акцияһы сиктәрендә Йылайыр районы Юлдыбай ауылының «Батыр» физкультура-сәләмәтләндереү комплексында көрәш буйынса район-ара турнир үтәсәк. Бәйге яугир-интернационалист Рафаэль Ҡолһариндың яҡты иҫтәлегенә арнала. Ярыштарҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты һәм Йылайыр районы хакимиәте ойоштора.

Милли спорт төрҙәрен үҫтереү һәм популярлаштырыу, йәштәрҙе спортҡа йәлеп итеү, иң көслө батырҙарҙы һәм командаларҙы асыҡлау, сәләмәт тормошто пропагандалау, башҡорт халҡының мәҙәни традицияларын һаҡлап ҡалыу турнирҙың төп маҡсаттары булып тора.

Турнирҙа еңеүселәр ойоштороусыларҙан кубоктар, миҙалдар, приздар һәм дипломдар менән бүләкләнәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть