Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.08 ↓

EUR 68.00 ↑

21 июль, Йома

Уфа   °

Башҡортостандың Ҡатын-ҡыҙҙар союзы патриотик тәрбиә биреү эшмәкәрлеген әүҙемләштерә

Сәйәсәт

РФ Президенты менән иғлан ителгән Рәсәй тарихы йылы сиктәрендә Башҡортостандың Ҡатын-ҡыҙҙар союзы республикалағы ҡатын-ҡыҙҙар советтарының патриотик тәрбиә буйынса эшмәкәрлеген мөмкин тиклем әүҙемләштерергә ниәтләй.

Йыл башында Рәсәйҙең Ҡатын-ҡыҙҙар союзы төрлө төбәктәрҙә булған үҙенең бүлексәләренә, Союзға ҡараған йәмәғәт ойошмаларына мөрәжәғәтендә уларҙы ветерандар, йәштәр, профсоюз ойошмалары, патриотик клубтар, крайҙы өйрәнеү берләшмәләре, музей, китапхана, ижад һәм уҡыу йорттары менән берлектә төрлө саралар үткәрергә саҡырҙы. Был саралар Рәсәй Ҡатын-ҡыҙҙар союзының юбилейлы тарихи даталарға арналған «Хәтер тулҡыны» акцияһының дауамы буласаҡ.

— Быйыл илебеҙ билдәләгән мөһим даталар тарихи үткәндәргә йәнә бер әйләнеп ҡайтыу, йәш быуынға бөйөк еңеүҙәр хаҡында ғына түгел, ата-бабаларыбыҙҙың рух ныҡлығы тураһында ла иҫләтеү өсөн лайыҡлы сәбәп булып тора, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына БР Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Солтанова. – Башҡортостандың барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙар советтары Рәсәйҙең Ҡатын-ҡыҙҙар союзы мөрәжәғәтен күтәреп алды һәм Рәсәй тарихы йылына арналған төрлө фестиваль, конкурс, күргәҙмә, конференциялар үткәреү инициативаһы менән сығыш яһаны. Ҡала һәм райондарҙа, йәштәрҙе күберәк йәлеп итеп, крайҙы өйрәнеү эшмәкәрлеген әүҙемләштерергә теләйбеҙ. Архивтарҙа эшләү уларға быуаттар төпкөлөнә күҙ һалырға, үҙҙәренең ата-бабалары хаҡында күберәк мәғлүмәт тупларға, тамырҙарын тергеҙергә мөмкинлек бирәсәк. Ватан тарихы менән бәйләнеште ҡайтанан тергеҙеп, Рәсәй тотороҡло үҫеш өсөн ҙур импульс аласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть