6 декабрь, Шишәмбе

14 март 2012 йыл, 15:57

БР Урман хужалығы министрлығы алдағы янғын хәүефһеҙлеге миҙгеленә әҙер

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостанда 2012 йылғы янғын хәүефһеҙлеге миҙгеленә әҙерлек алып барыла. Әлеге ваҡытта Федераль урман хужалығы агентлығында тикшереү үткән «Башҡортостан Республикаһының урман янғындарын һүндереү буйынса йыйылма планы» Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовҡа раҫлауға тапшырылған.

— Беҙ урмандарҙы үҙләштереү проекттарына ярашлы урман участкаларын ҡуртымға алыусыларҙың янғын хәүефһеҙлеге саралары үткәреүен даими контролдә тотабыҙ. Бөгөн республиканың урман фондын һаҡлау һәм яҡлау Рәсәй Урман кодексына индерелгән үҙгәрештәрҙе иҫәпкә алып ойошторолған. Бында урман янғындарын профилактикалау һәм иҫкәртеүгә, урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеген тикшереүгә айырым иғтибар бирелә. Тәү сиратта, урмандарҙы йыһандан күҙәтеү, көмбәҙле боролоусы видеокамералар ҡуйыу, шулай уҡ урман фондын ерҙән һәм авиация ярҙамында патрулләү тураһында һүҙ бара, — тине бөгөн коллегияның йомғаҡлау ултырышында урман хужалығы министры Рәжәп Нәбиуллин.

Ведомство башлығы билдәләүенсә, республиканың Урман хужалығы министрлығы 2012 йылғы янғын хәүефһеҙлеге миҙгеленә тулыһынса әҙер. Әлеге ваҡытта бөтә янғын һүндереү техникаһы һәм инвентары 100 процентҡа әҙер. Бынан тыш, урман янғындарын һүндереүгә лицензия алыу өсөн кәрәкле бөтә документация ла әҙерләнгән һәм Волга буйы федераль округы буйынса урман хужалығы департаментына тикшереүгә тапшырылған.