4 декабрь, Йәкшәмбе

14 март 2012 йыл, 15:35

Стәрлетамаҡ ҡала Советы рәйесе итеп Юрий Никифоров һайланды

автор: Марина Шумилова

Стәрлетамаҡ ҡала Советы рәйесе итеп 14 мартта Юрий Никифоров һайланды, уның кандидатураһы берҙәм рәсәйлеләрҙең инициативалы төркөмө менән тәҡдим ителде һәм «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк сәйәси советы Президиумы менән хупланды, тип хәбәр итә ЕR.RU.

— Стәрлетамаҡ республиканың ғына түгел, Рәсәйҙең дә эре сәнәғәт ҡалаларының береһе булып тора, — тип билдәләне «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Ишмөхәмәтов. – Ҡала халҡы федераль, шулай уҡ муниципаль кимәлдәрҙә үткәрелгән һайлауҙарҙа һәр ваҡыт әүҙем ҡатнаша. Стәрлетамаҡта йәшәүселәр «Берҙәм Рәсәй» партияһына ҙур ышаныс күрһәтә. Үткән йылдағы Дума һайлауҙарында партия кандидаттары өсөн бында һайлаусыларҙың 73 проценты тауыш бирҙе. Рәсәй Президенты вазифаһына кандидат Владимир Путинды һайлаусыларҙың 72,3 проценты яҡлап сыҡты. Ә ҡала Советының әлеге составында «Берҙәм Рәсәй» ағзалары һәм партия яҡлылар мөмкин булған 25-тән 22 мандат алды (88%). Был бик яҡшы һөҙөмтә.

Ҡала Советы ултырышында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов та ҡатнашты, ул депутаттар алдында республиканың социаль-иҡтисади үҫеше тураһында доклад менән сығыш яһаны.

Юрий Никифоров партияның төбәк сәйәси советы Президиумына ышаныс күрһәткәне өсөн рәхмәтен белдерҙе.

— Бер командала эшләп, Стәрлетамаҡ халҡы тормошон – тағы ла уңайлыраҡ, ә ҡаланы таҙараҡ һәм төҙөгөрәк эшләй алыуыбыҙға ышанам, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Юрий Никифоров.