Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.31 ↑

EUR 61.50 ↓

27 апрель, Кесе йома

Уфа   °

Республиканың урмансылыҡ тармағында күләмле өс инвестпроектты тормошҡа ашырыу планлаштырыла

Иҡтисад

2012–2013 йылдарҙа Башҡортостандың урмансылыҡ тармағында өс ҙур инвестпроектты тормошҡа ашырыу планлаштырыла. Уларҙың икәүһен Башҡортостан урман сәнәғәте компанияһы әҙерләй. Проекттарҙың береһе төбәктә ҙур форматлы фанера заводы төҙөүгә ҡағыла. Икенсеһе республика биләмәһендә ағас эшкәртеү комплексы булдырыуға бәйле. Дөйөм алғанда 960 мең кубометр күләмендә ағас әҙерләү планлаштырыла, тип хәбәр итте БР Урман хужалығы министрлығы коллегияһының йомғаҡлау ултырышында урман хужалығы министры Рәжәп Нәбиуллин.  

Алдағы ике йылда республиканың урмансылыҡ тармағындағы өсөнсө инвестпроектты тормошҡа ашырыу менән «Мегастрой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте шөғөлләнәсәк. Ул Башҡортостанда МДФ етештереү буйынса завод төҙөргә ниәтләй. Бында яҡынса 750 мең кубометр ағас эшкәртеү күҙаллана.

Шуныһы иғтибарға лайыҡ: был поекттарҙы ғәмәлгә ашырғанда ҙур күләмдә япраҡлы йомшаҡ һәм ҡарт ағастар ҙа эшкәртеүгә оҙатыласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть