10 декабрь, Шәмбе

14 март 2012 йыл, 13:05

Башҡортостан йылды сәнәғәт производствоһының һиҙелерлек үҫеше менән башлаған

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Сәнәғәт производствоһы индексы Башҡортостанда ошондай уҡ Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестән күпкә юғары. 2012 йылдың ғинуар айы буйынса мәғлүмәттәрҙе киң йәмәғәтселек иғтибарына Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәте тәҡдим итте.

Был уңайҙан республика Президенты Рөстәм Хәмитов үҙенең блогында бына нимә тип яҙа:

— Беҙҙең һандар: 2012 йылдың ғинуары 2011 йылдың ғинуарына ҡарата — 108,0%, һәм 2012 йылдың ғинуары 2011 йылдың декабренә ҡарата — 102,8%. Беҙҙең республика — ике графала ла ыңғай күрһәткестәргә өлгәшкән илдәге берҙән-бер төбәк. Сағыштырыу өсөн Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестәр: 2012 йылдың ғинуары 2011 йылдың ғинуарына ҡарата — 103,8%, ә 2012 йылдың ғинуары 2011 йылдың декабренә ҡарата — 90,2%. Яҡшы ғына старт алдыҡ. Әйләнеште артабан арттыра барырға кәрәк.