11 декабрь, Йәкшәмбе

14 март 2012 йыл, 12:58

«Кызыл таң»дың йырлы кистәре» дауам итә

автор: Алик Шакиров

12 мартта «Нур» театрында «Кызыл таң»дың йырлы кистәре» проекты сиктәрендә Дүртөйлө районы сәнғәт оҫталарының концерты үтте. Кисәлә республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов, Башҡортостан Президенты советнигы Рәсүл Усманов, элемтә һәм киң коммуникациялар министры урынбаҫары Венера Хәкимова, төрлө министрлыҡтар вәкилдәре ҡунаҡ булды. Дүрт сәғәтлек концерт программаһы тамашасы күңеленә хуш килде – Дүртөйлөнөң йырға-моңға бай булыуына, райондан бик күп күренекле шәхестәр сығыуына ышанмаған кеше ҡалманы. Фидан һәм Азамат Ғафаровтар, Радик Динәхмәтов, Ризван Хәкимов һәм башҡаларҙың йырҙары тулы залда ҡайтауаз булып яңғыраны – күптәр ҡушылып йырлай ине.

Бындай ҙур концертты «Кызыл таң» гәзите «Нур» театрында икенсегә үткәрә. Бынан алда өфөлөләрҙе Тәтешле районының сәнғәт оҫталары матур концерт менән ҡыуандырғайны. 16 апрелгә тәғәйенләнгән киләһе концерт эстафетаһын кисәлә Илеш районы вәкилдәре ҡабул итеп алды. Шулай итеп, сараны үҙенсәлекле фестиваль тип тә атарға була.

Мәҙәни сараның үҙенсәлеге шунда, район сәнғәт оҫталары баш ҡалала йәшәүселәргә, тәү сиратта яҡташтарына «сәхнә күстәнәстәре» менән килә. Шулай уҡ ҡунаҡҡа килеүсе төбәктең социаль-көнкүрешен, уңыштарын һәм үҙенсәлеген тасуирлаған күргәҙмәләр ҙә ойошторола. Әйткәндәй, «Кызыл таң»дың йырлы кистәре» ысын мәғәнәһендә республикала йәшәүсе төрлө милләт халыҡтарының дуҫлығын, берҙәмлеген сағылдырыусы һәм туған Башҡортостаныбыҙ гүзәллеген кәүҙәләндереүсе тарихи бер сара ла булып тора. Сөнки «Нур» театры сәхнәһендә төрлө телдәрҙә яңғыраған йырҙар, төрлө халыҡ бейеүҙәре – барыһы ла бер маҡсатҡа – уртаҡ йортобоҙ Башҡортостанда именлекте, татыу тормошто һәм милләттәр араһында ысын дуҫлыҡты һаҡлауға йүнәлтелгән.