Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↑

EUR 69.46 ↓

14 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Фидус Ямалетдинов: «Башҡортостанда эш хаҡы артасаҡ»

Иҡтисад

Хеҙмәт хаҡын арттырыу буйынса республикала системалы эш алып барыла. Башҡортостан Президенты тарафынан республика Хөкүмәте алдында ҡуйылған өс бурыс араһында – эш, хеҙмәт хаҡы, торлаҡ — был иң өҫтөнлөклөһө, сөнки эш хаҡы граждандар табышының төп сығанағы булып тора. 2012 йылға ла эш хаҡын күтәреү буйынса пландар бар.  Был турала «Ижтимағи электрон гәзит» (www.i-gazeta.com) сайтында барған онлайн-конференцияла Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов хәбәр итте. Әйткәндәй, был һорау беренсе булып яңғыраны.

Вице-премьер әйтеүенсә, 2011 йылда республикала эш хаҡын арттырыу өсөн бер нисә сара күрелгән. Уның минималь кимәле уҙған йылдың 1 ғинуарынан 5,5 мең һумға тиклем күтәрелгән. Ошоға өҫтәп, бюджет өлкәһендә ике тапҡыр эш хаҡы артҡан – 6,5-шәр процентҡа. Бынан тыш, иҡтисадтың реаль секторында тариф ставкаһы ла юғары темптарҙа артҡан. Һөҙөмтәлә ул 15 процентҡа күтәрелгән.

— Һөҙөмтәлә 2011 йыл аҙағында Башҡортостанда эш хаҡы үҫеше динамикаһы күҙәтелгән, — тип билдәләне Фидус Ямалетдинов. – Шулай итеп, ысынлап та үҫеш бар, әммә хеҙмәт хаҡы кимәле буйынса башҡа төбәктәрҙән артта ҡалабыҙ әле.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, уҙған йыл йомғаҡтары буйынса уртаса эш хаҡының күләме яҡынса 13 процентҡа артҡан һәм 18 мең һумдан ашыу сумманы тәшкил иткән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть