9 декабрь, Йома

14 март 2012 йыл, 12:08

М.Аҡмулла исемендәге университет Екатеринбургтан хеҙмәттәштәре менән бәйләнештәрҙе нығыта

автор: Эльмира Сабирова

М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты һәм Урал дәүләт педагогия университеты (Екатеринбург) шаршамбы, 14 мартта, хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуясаҡ.

Башҡорт дәүләт педагогия университетының матбуғат үҙәге етәксеһе Ольга Печаткина хәбәр итеүенсә, яңы специальностар асҡанда вуздарҙың үҙ-ара килешеп эш итеүе, уҡытыу-методик эшмәкәрлекте камиллаштырыу, фән, фәнни-мәғариф, фәнни-етештереү өлкәләрендә хеҙмәттәшлек итеү, шулай уҡ берлектә конференциялар, семинарҙар үткәреү, уҡытыусылар менән алмашыу, докторантура, аспирантура аша кадрҙар әҙерләү, студенттар ҡабул итеү мәсьәләһен хәл итеүҙә хеҙмәттәшлек итеү эшмәкәрлектең төп йүнәлештәре булып тора.