Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.93 ↓

EUR 61.81 ↑

29 март, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостан Хөкүмәте бюджет өлкәһендә эш хаҡын күтәреү буйынса саралар планын раҫланы

Сәйәсәт

Башҡортостан Хөкүмәтенең 2012 йылдың 13 мартындағы 234-р һанлы бойороғо менән 2012 йылға Башҡортостан Республикаһы бюджет өлкәһе учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы системаһын камиллаштырыу буйынса саралар планы раҫланды.

БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, план норматив, белем биреү һәм контролдә тотоу кеүек өс төп ойоштороу моментына иғтибар йүнәлтә.

Тәү сиратта окладтар билдәләү, штат расписаниеһы әҙерләү һәм хеҙмәт килешеүе төҙөү буйынса тәҡдимдәр әҙерләп, уларҙы етәкселәргә еткереү ҡаралған.

Бюджет учреждениелары етәкселәре, бухгалтерҙары һәм финанс, кадрҙар һәм юридик хеҙмәттәр хеҙмәткәрҙәре өсөн квартал һайын семинар үткәреү планлаштырылған.

Вазифаға бәйле окладтар билдәләгәндә учреждение етәкселәре менән хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы кимәленең оптималь нисбәттә булыуы йыл дауамында контролдә тотоласаҡ.

Бойороҡтоң һәм саралар планының тулы тексы менән Башҡортостан Республикаһының хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында танышырға мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть