Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.00 ↑

EUR 66.79 ↓

22 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Константин Толкачев физкультураны берҙәм дәүләт имтихандары исемлегенә индерергә тәҡдим итте

Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев БР Дәүләт Йыйылышының Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитет ағзаларына «Физик культура» дәресен берҙәм дәүләт имтихандары исемлегенә индереү мөмкинлеген ҡарарға тәҡдим итте. Был хаҡта ул Дәүләт Йыйылышы Президиумы ултырышында «Башҡортостан Республикаһында физик культура һәм спорт тураһында»ғы законға төҙәтмәләр индереү хаҡында фекер алышыу барышында хәбәр итте.  

— Беҙ теге йәки был предмет буйынса Берҙәм дәүләт имтиханын индерергә хоҡуҡлыбыҙ, — тип белдерҙе республика парламенты спикеры. – Бәлки, физик культура буйынса ла Берҙәм дәүләт имтиханын индерербеҙ? Тик сәләмәтлеккә таянып ҡына кеше үҙ мөмкинлектәрен тормошҡа ашыра ала. Һаулыҡ булмаһа – бер ни ҙә эшләп булмаясаҡ. Бындай ҡарар ҡабул итеп, беҙ мәғариф өлкәһендә эшләүсе хеҙмәткәрҙәр иғтибарын тағы ла бер тапҡыр төбәктең дөйөм белем биреү учреждениеларында балаларҙы сәләмәтләндереү кәрәклегенә йүнәлтәсәкбеҙ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть