10 декабрь, Шәмбе

14 март 2012 йыл, 11:11

Вице-премьер Фидус Ямалетдинов «Ижтимағи электрон гәзит» уҡыусыларының һорауҙарына яуап бирә

автор: Сергей Захаров | фото: Андрей Старостин

14 мартта «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында (www.i-gazeta.com) Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдиновтың онлайн-конференцияһы үтә.

Урындағы ваҡыт менән сәғәт 11-ҙән 12-гә тиклем сайтҡа ингән һәр кеше, порталдың баш битендәге «Һорау бир!» бүлегендә тейешле форманы тултырып, юғары вазифалы чиновникка мөрәжәғәт итә ала. Теүәл 12-лә һорауҙар ҡабул итеү туҡтатыласаҡ.

i-gazeta.com сайтынан видеотрансляция «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең техник ярҙамында бойомға ашырыла.

Вице-премьерҙың интернет- ҡулланыусылар менән аралашыуы «Ижтимағи электрон гәзит» материалдарында һәм «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының яңылыҡтар теҙмәһендә сағылыш табасаҡ.

Рендеринг һәм конвертациянан һуң «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында онлайн-конференциянан тулы видеоотчет биреләсәк.